ОЛАТАЙ Орден, миҙалдар тағып, Киң майҙан буйлап атлай. Шундай мөһәбәт, олпат,- Ул бит минең олатай. Батыр һалдат булған ул, Дошманды ҡырған яман. Һыҙғаныулы еңдәре, Көслө лә ғорур һаман. Ҡыйыу булып үҫергә Мине лә сыныҡтыра. Ныҡ бул, ебеп төшмә, тип Киҫәтеп кенә тора. Олатайым кәңәштәрен Күңелемдә һаҡлармын, Мин бит һалдат ейәне, Ышанысын аҡлармын. Фәүзиә Рәхимғолова