Главная | Регистрация | Вход | RSSСуббота, 20.04.2024, 14:43

МАДОУ комбинированного вида детский сад "Сказка"

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
В сети

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Мое творчество

   "Әкиәт" баҡсаһында

"Әкиәт" баҡсаһына

Көн дә иртән киләмен.

Бында беҙҙе яраталар

Быны яҡшы беләмен.

 

Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә,

Һүрәттәр төшөрәбеҙ.

Тәмле бутҡалар ашап,

Көслө булып үҫәбеҙ.

 

Күп нәмәләр өйрәнәбеҙ

"Әкиәт" баҡсаһында.

Иртән тағы ла килермен

Бик күңелле шул бында.

Әсәкәйем

Әсәкәйем, әсәйем!

Бөгөн һинең байрамың.

Тыуған көнөң менән

Һине мин ҡотлайым!

 

Әсәкәйем, әсәйем!

Һине мин яратам.

Һиңә арнап ҡына

Матур йыр яңғыратам!

 

Әсәкәйем, әсәйем!

Һөйөклөм, күҙ нурым!

Иң наҙлы, иң ғәзиз,

Һин минең матурым.

Мәктәпкә барам

Иртән иртүк уянғас та

Инәлтмәй генә торам.

Сөнки бөгөн тәүге тапҡыр

Мин бит мәктәпкә барам.

 

Кейеп алдым күлдәгемде,

Аҡ алъяпҡыс бәйләнем,

Тағып алдым портфелемде,

Ҡулымда - гөлбәйләмем.

 

Урам буйлап шат йылмайып,

Китеп барам мәктәпкә.

Тырыш уҡыусы булырмын,

Уҡырмын бары "5"-кә!

Атайым.

Атайым минең иң көслө,

Донъяла иң шәп кеше.

Көслө лә ул, ҡулынан

Килә уның һәр эше.

 

Боҙолған әйбер юҡ өйҙә,

Атайым тиҙ йүнәтә.

"Егәрле булыр кәрәк!" - тиеп,

Миңә һәр саҡ өйрәтә.

 

Атайыма ярҙамлашам,

Сүкеш алам ҡулыма.

Ярҙамсым үҫеп килә, тип

Атайым бик ҡыуана.

 

 

 

Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Друзья сайта

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный конструктор сайтов - uCoz